Андрей ХаритоновБашкорт теле Текст

0 Голосов
Am G
Үҙ илемдә мин йәшәп ятам,
Em Am
Күңелдәрем тик алға бара.
Мәнгегә башҡорт телен данлап
Тоғро ҡалам үҙ хыялыма.
Батырҙар арамда минең бар
Йырсылар, шағирҙар, сәсәндәр
Атайҙар, әсәйҙәр, туғандар
Тарихымды һаҡлаусылар.

Ҡушымта:
F G Em Am
Алға дуҫым ҡара, бәхет үҙебеҙҙә
Башыңды эймә, ҡулдарың төшмәһен
Һаулығыңды һаҡла - шайтанға бирелмә
Берҙәмлектең уты һүнмәһен!

Am G
Ғорурланһын һәр ваҡыт әсәйең
Em Am
Атай һүҙҙәренән ситкә борма
Дуҫтарыңды бирмә һин дошманға
Ҡустыңды хеңлеңде ҡалдырма
Ата-бабаларҙың юлдарынан
Бер ваҡыттала һин сикләнмә
Мөхәббәт моңдарын онотма
Тоҡанған утын хүндермә

Ҡушымта:
F G Em Am
Алға дуҫым ҡара, бәхет үҙебеҙҙә
Башыңды эймә, ҡулдарың төшмәһен
Һаулығыңды һаҡла - шайтанға бирелмә
Берҙәмлектең уты һүнмәһен!

Am G
Үҙ илемдә йәшәп ятамын мин, үҙ халҡым бар, үҙ тарихым
Em Am
Үҙ мәҙәниәтем байлығым, үҙемдең ғорур башҡорт телем!
Телеңде һаҡла дуҫым ҡарап әйтәм һиңә
Һин бер үҙең түгел - Дуҫтарың эргәндә
Ғорур булып атла - хин башҡорт ерендә!
Рух һәм тарихың һалынған телеңдә
Другие песни: